

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Өфөлә ҡарҙан таҙартыу сифатына ялыуҙарҙың артыуына иғтибар итте. Республика менән идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, иң күп мөрәжәғәттәр Киров, Совет, Октябрь, Орджоникидзе райондары халҡынан килгән. Радий Хәбиров ҡала мэры Ратмир Мәүлиевҡа мәсьәләне үҙ контроленә алырға ҡушты.
«Ҡар буйынса ялыуҙар күп. Быға иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Йәмәғәт киңлектәрен таҙартығыҙ. Уларҙы ҡыш көнө лә тәртиптә тоторға кәрәк. Аңлауымса, һеҙҙе сираттағы һынауҙар көтә. Ҡар яуырға уйлай шикелле».
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала республикала ҡарҙан таҙартыу эштәренә 1922 берәмек техника һәм 3207 кеше йәлеп ителгән.
Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда алдағы өс көндә ҡарлы һәм һалҡын һауа торошо көтөлә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.