07:50 (UTC+5), 26 Января 2024

Радий Хәбиров 22 йәшлек махсус хәрби операция ветеранын үҙенең хоккей командаһына алды

Элина Әхмәтова

Радий Хәбиров хоккей уйнау өсөн йәнә конькиға баҫты. Уның командаһы ҡапҡаһын 22 йәшлек Артур Ғәлиев һаҡлай. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙылыусыларға ошо хаҡта хәбәр итте.

«Артур Ғәлиев — махсус хәрби операция ветераны. Уға 22 генә йәш. Һуғышта уң ҡулын юғалтҡан. Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры.

Шул уҡ ваҡытта ул бынамын тигән шәп егет. Иң мөһиме, ҡулын юғалтһа ла,  ул тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Беҙҙең командала хоккей уйнай, ҡапҡаны һаҡлап тора. Әйтергә кәрәк, ышаныслы һаҡлай.

Артур — ауыр хәлдә ҡалғандарға, ҡаты яраланған егеттәребеҙгә өлгө. Үҙеңде еңергә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, алға барырға кәрәк. Йәшәргә кәрәк.

Ә беҙ тотош республика менән уларға ярҙам итеү өсөн шарттар булдырырға, уларҙы хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алырға тейешбеҙ. Улар быға лайыҡ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-25/radiy-habirov-vzyal-v-svoyu-hokkeynuyu-komandu-22-letnego-veterana-svo-3617965

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика