09:03 (UTC+5), 26 Января 2024

Өфөлә Башҡортостан берҙәмлеге өсөн концерт башланды

Фото: Валерий Шахов
Анастасия Другова

Өфөнөң Телеүҙәк алдындағы майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа теләктәшлек йөҙөнән концерт башланды. Өфөләр, шулай уҡ республика ҡала-райондары вәкилдәре Башҡортостан берҙәмлеге, уның күп милләтле халҡы өсөн сығыш яһаған республика етәксеһенә теләктәшлек белдерергә килде. Яҡынса алғанда, майҙанға бер нисә мең кеше йыйылған.

Концертты алып барыусылар - Денис Ғәниев, Ильяс Батыргәрәев һәм Лилиә Ҡурамшина.

«Беҙ бай иҡтисади ҡеүәткә эйә булған бай төбәк. Беҙ яратҡан, бөйөк Рәсәйҙең терәк төбәге», - тине Лилиә Ҡурамшина, концертты асып.

Сәхнәлә тәүгеләрҙән булып Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары сығыш яһаны. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары алдында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары — автор-башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин, Башҡорт драма театрының легендар актёры Фидан Ғафаров, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары, популяр йырсылар Рөстәм Ғиззәтуллин, Дияна Ишниязова, Илнур Хәйруллин, Тимур Рамазанов, «Зәйнетдин» этно-проекты, Заһит Ҡунафин (MC Bash), «Дарман» проекты, «Павильон», «Карауанһарай» төркөмдәре һәм башҡалар сығыш яһай.

Концертта милли музыка ҡоралы - ҡурай моңо ла яңғыраны. Алып барыусы Ильяс Батыргәрәев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин менән таныштырып, махсус хәрби операция зонаһында булған хәлде һөйләне. Бер яугир, республикала билдәле ҡурайсы, дошман снарядтарынан музыка ҡоралы эшләгән.

«Туған көйҙө, ҡурай моңон ишеткәс, һүҙҙәр менән генә әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғолар кисерҙем. Эйе, йырҙарыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ ижад иткән шиғырҙар бар, ләкин ҡурайҙы бер нәмәне лә алмаштыра алмай», - тип билдәләне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, концерт ойоштороу тәҡдиме менән билдәле йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, Башҡортостан халҡы дуҫлыҡты һәм татыулыҡты һәр саҡ яҡланы һәм ҡәҙерләп һаҡланы.

«Был - күп милләтле республикабыҙҙың төп ҡиммәттәре. Республика Башлығына теләктәшлек күрһәтеү концерты — Башҡортостан халҡының берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ынтылыуын тағы бер тапҡыр раҫлай».

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-26/v-ufe-nachalsya-kontsert-v-podderzhku-glavy-bashkirii-radiya-habirova-3618484

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика