11:17 (UTC+5), 23 Января 2024

Башҡортостан халҡы республика Башлығын яҡлап концерт ойошторорға теләй

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Йома, 26 ғинуарҙа, Өфөнөң Телеүҙәк алдындағы майҙанында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты хуплап концерт ойошторола. Билдәле йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре шундай тәҡдим менән сыҡты. Концерттың төп идеяһы — республиканың берҙәмлеге, Башҡортостандың күп милләтле халҡы өсөн сығыш яһаған Башҡортостан Башлығын яҡлау.

- Берҙәмлегебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы республика Башлығын һәм ул алып барған сәйәсәтте хуплауын белдерергә теләй. Был фекерҙәрҙе һәм мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү майҙансығына әүереләсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаты Салауат Хөсәйенов.

- Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт дуҫлыҡ һәм татыулыҡ яҡлы булды. Был – күп милләтле республикабыҙҙың төп ҡиммәттәре. Республика Башлығын хуплау йәһәтенән концерт Башҡортостан халҡының берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ынтылыуын тағы бер тапҡыр раҫлай, - тип билдәләне «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

— Яңғыҙыңа тотош республиканы күтәреүе бик ауыр. Яңыраҡ булып үткән хәл-ваҡиғаларҙан һуң етәксебеҙҙе — Башҡортостан Республикаһы Башлығын хуплау фарыз тигән ҡарарға килдек, шуға күрә концерт ойошторорға булдыҡ, — тип һөйләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев «Башинформ» агентлығына.

Концерт көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Концерт программаһында ҡатнашыусылар тураһында һуңғараҡ билдәле була, тип белдерҙе ойоштороусылар.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-23/zhiteli-bashkortostana-hotyat-organizovat-kontsert-v-podderzhku-glavy-respubliki-3613803

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика