Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2024, 09:30

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Алексей Локотченко махсус хәрби операцияға юллана

Алексей Локотчкенко, Вк
Фото: Алексей Локотчкенко, Вк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко махсус хәрби операция зонаһына юллана. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Хәлде ҡатмарлаштырыу йәки Ватан һағына баҫыу. Үҙ илен һәм Башҡортостанды яратҡан кеше булараҡ, мин һис икеләнеүһеҙ икенсе вариантты һайлайым», — тип яҙҙы Локотченко.

Ҡоролтай депутаты һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең көсө уның күп милләтле халҡының берҙәмлегендә, һәм «әле республикала барған хәл-ваҡиғаларҙың ысын илһөйәрлек менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ».

«Үҙҙәрен Башҡортостандың патриоты тип атаған ҡайһы берәүҙәр оппозиция митингтарында ҡатнашҡан ваҡытта мин Ватаныбыҙ һағына баҫырға һәм ысын илһөйәрлектең һүҙҙә түгел, ә эштә икәнен үҙ миҫалымда иҫбатларға булдым. Рәсәйҙе һаҡлау — беҙҙең төп бурыс. Тап шуға ла мин үҙ теләгем менән махсус хәрби операция зонаһына юлланам, — тип һүҙен йомғаҡланы Алексей Локотченко. — Ошо еңел булмаған осорҙа Башҡортостан халҡы дөйөм дошманға ҡаршы көрәшеү өсөн берләшергә, Радий Хәбиров етәкселегендә берҙәм көс булырға тейеш. Ул минең ҡарарымды хуплар тип ышанам».

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-01-24/deputat-gossobraniya-bashkirii-aleksey-lokotchenko-reshil-otpravitsya-na-svo-3614930

Автор: Вероника Никитина
Читайте нас