Башҡортостандан «Ҡайтыр» позывнойлы яугир хәрби хәрәкәттәр урынында Георгий таҫмалары менән «бронник» тапҡан. Был турала республиканың Халыҡ фронты хәбәр итә.
«Емерелгән блиндажда Георгий таҫмалары менән менән «бронник» таптым. Кемдеке булғандыр һәм хәҙер уның яҙмышы нисектер — билдәһеҙ. Ипләп кенә киҫеп алдым. Барлыҡ яугирҙәребеҙҙең иҫтәлеге итеп үҙем менән йөрөтөрмөн. Георгий таҫмаларын һаҡлағыҙ», - тип мөрәжәғәт итте яҡташтарына «Ҡайтыр».
Өҫтәп үтәйек, Өфө районының Таптыҡ ауыл советы башлығы контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү тураһында һөйләгәйне. Тулыраҡ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында.