

20-21 февралдә Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге көндәре үткәрелә. Был хаҡта республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында хәбәр итте.
Күргәҙмә барышында Башҡортостан стендында шулай уҡ республика телевидениеһы, һаулыҡ, фән, студенттар көндәре һәм башҡа саралар ойошторола.
«Ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡарай. Кескәйҙәр өсөн беҙҙең стендта үҙенсәлекле, шул иҫәптән виртуаль программа бар. Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә «Берлога» йәштәр уйынын күрһәттек», — тип билдәләне Маргарита Болычева.
Башҡортостан стенды өсөн һылтанма буйынса үтеп тауыш бирергә мөмкин. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең ВДНХ майҙансығында «Башҡортостандың йәнле традициялары» халыҡ ижады аҙналығы башланды.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.