Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2024, 16:08

Башҡортостанда кемдәр контракт буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға мөмкин

Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Хөкүмәте хәрбиҙәрҙең айырым категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе раҫланы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документта 2023 йылдың 10 ноябренән һуң, 2023 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса, Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән мобилизацияланғандар хаҡында әйтелә. Үҙгәрештәр ошо уҡ осорҙа Башҡортостанда урынлашҡан хәрби комиссариаттар йәки хәрби частар менән контрактҡа ҡул ҡуйғандарға һәм саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү урынына контракт буйынса хеҙмәтте һайлағандарға ла ҡағыла.

Бынан алдараҡ «Башинформ» агентлығы Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың реабилитациялауға сертификаттар алырға хоҡуҡлы булыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-01-16/v-bashkirii-utochnili-kto-mozhet-poluchit-edinovremennuyu-vyplatu-po-kontraktu-3605035

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас