11:46 (UTC+5), 15 Января 2024

Радий Хәбиров Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереү тураһында әйтте

Элина Әхмәтова

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерергә әҙерләнеүҙәре хаҡында әйтте. Эштәр яҙ көнө башлана.

7 февралдә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уға һәйкәл асыла, тип билдәләне ул. Скульптор Салауат Щербаков эшләгән һәйкәл Ленин паркы янында, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡаршыһында ҡуйыла.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Рәхимов йәшәгән йорттарҙа мемориаль таҡтаташ асыу ҙа планлаштырыла.

Быйыл, былтырғы кеүек үк, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә республикала 123 объектты төҙөкләндереү бурысы тора, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Ленин исемендәге парк — Өфөнөң әһәмиәтле объекттарының береһе. Ун туғыҙынсы быуаттың 60-70 -се йылдарында булдырылған, тәүҙә Ушаков тип аталған. Революциянан һуң Азатлыҡ паркы тип үҙгәртелгән. 1950 йылда Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылғас, парк Бөйөк Ватан һуғышы геройы исемен алған. 80-се йылдарҙа КПСС-тың өлкә комитеты йорто төҙөлгәндән һуң Ленин исеме бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-15/radiy-habirov-anonsiroval-start-blagoustroystva-parka-imeni-lenina-v-ufe-3603063

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика