


7 февралдә Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡаршыһында, уға һәйкәл асыла. Монументтың авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин уҙғарған республика ойоштороу комитеты ултырышында ошо һәм башҡа юбилей сараларына әҙерлек тикшерелде. Был турала Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Шул уҡ көндө, 7 февралдә, баш ҡалабыҙҙа Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта – Энгельс һәм Беренсе май урамдарында мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла. Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә беренсе президенттың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған берҙәм тематик дәрес үткәрелә. Башҡортостан Фәндәр академияһы беренсе президент тураһында биографик энциклопедия әҙерләй. Тәүге экземплярҙары уның 90 йыллығына нәшер ителә. Ә мең китаптан торған тираждың беренсе партияһын 2024 йылдың икенсе кварталында баҫтырып сығарыу күҙаллана.
Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә – Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында уның музейы ойошторола. Экспозицияны ауыл китапханаһында асыу планлаштырыла. Бынан тыш, юбилей саралары сиктәрендә уҡыусылар араһында «Рәхимов уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, хоккей буйынса ярыштар һәм башҡа саралар көтөлә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың беренсе президенты ҡәберенә сәскә һалыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.