

2024 йылға тиклем кредит каникулы пандемия ваҡытында ваҡытлыса индерелгән сара ине. Быйылдан кредит каникулы даими ғәмәлдә була. Каникулды күптәнге ҡулланыу кредиттарына ла алырға мөмкин. Ипотека кредиттары буйынса ошондай нормалар йәй көнө үк эшләй башланы.
Кредит каникулын юллау өсөн кредит буйынса килешеү ғәмәлдә булған осорҙа ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Кредит түләүҙе алты айға тиклем кәметергә йәки туҡтатырға мөмкин, тип хәтергә төшөрҙөләр Рәсәй Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәтендә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.