Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе 2024 йылдың ғинуарында пенсияны нисек таратыуҙарын хәбәр итте.
«Киләһе йылдың ғинуарында республикала пенсия ғәҙәти график буйынса таратыла: почта элемтәһе ойошмалары — 3 ғинуарҙан башлап; кредит ойошмалары иһә 2024 йылдың 12 ғинуарынан аҡса күсерә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика буйынса Социаль фонд бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылда Рәсәйҙә пенсияны этаплап арттырыу планлаштырыла.