Өфөлә рус опера һәм камера йырсыһы Федор Шаляпин урамы барлыҡҡа килә. Был хаҡта матбуғат конференцияһында ҡала мэры Ратмир Мәүлиев белдерҙе.
«Өфөлә Шаляпин урамы юҡ. 450 йыллыҡҡа ул булырға тейеш. Әле ошо мәсьәлә тикшерелә. Тарихи ғәҙеллекте тергеҙербеҙ», — тине баш ҡала мэры.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө хакимиәтендә ҡалаға идара итеү үҙәге булдырылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Бынан тыш, быйыл Өфөлә юлдар ҙа күберәк төҙөлдө. Шулай уҡ Өфө хакимиәте башлығы үҙенең иң яратҡан проекты хаҡында һөйләне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-27/v-ufe-poyavitsya-ulitsa-shalyapina-3583904