Ҡала мэры Ратмир Мәүлиев 27 декабрҙә уҙған матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең ултырыштар залында ҡала менән идара итеү үҙәге ойошторолоуы хаҡында әйтте.
«Өфө хакимиәтендә ултырыштар өсөн төп зал иҫкергән. Бөтәһен дә үҙгәртәбеҙ, яңыртабыҙ. Ҡала менән идара итеү үҙәгендә иң мөһим ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш», - тине мэр.
Бындай ҡарар баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеү барышында ҡабул ителде.