Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2023, 12:53

Рәсәйҙә ғинуар айы өсөн пенсия һәм пособие 28 декабргә тиклем түләнә — Социаль фонд

Ғинуар өсөн пенсия ваҡытынан алда түләнә. Һүҙ айҙың 5-се йәки 10-сы көнөндә аҡса алыусылар хаҡында бара.

Банк карталарына ғинуар пенсияһы 28 декабргә тиклем күсерелә. Аҡсаны почта аша алған пенсионерҙарға иһә ғинуарҙа килә.

Пенсиянан тыш, ғинуар өсөн башҡа түләүҙәр ҙә ваҡытынан алда күсерелә. Балалар, хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн пособиелар, әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр 28 декабргә тиклем бирелә.

Был башҡа социаль түләүҙәргә лә (инвалидтарға, ветерандарға, СССР һәм Рәсәй Геройҙарына, Хеҙмәт Геройҙарына, «чернобылселәр»гә, почетлы донорҙарға һәм башҡаларға) ҡағыла, тип хәбәр иттеләр «Известия» гәзитенә Рәсәйҙең Социаль фондында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-26/pensii-i-posobiya-za-yanvar-rossiyane-poluchat-ne-pozdnee-28-dekabrya-sotsfond-rf-3582217

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас