Бөгөн Өфөлә биш боҙ ҡаласығы асыла: Орджоникидзе майҙанында, «Йәдкәр» мәҙәниәт һарайы (Нижегородка), «Тулҡын» паркы алдында (Затон), Дим районы паркында һәм Кузнецов затонында (Академик Ғатауллин урамы, 150-се балалар баҡсаһы эргәһендә).
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә көндәрҙең йылы тороуына бәйле бер нисә боҙ ҡаласығын асыуваҡытын күсереүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.