Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2023, 11:02

Өфөләр подъезда йыланға тап булған

Өфөләр йорт подъезында йылан күреп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Экзотик ҡунаҡ бөгөн иртән Октябрь проспектындағы биш ҡатлы йорттоң подъезында, батареяла йылынып ятҡан. Сағыу төҫлө йылан хужаларҙы ҡурҡыуға һалған.

Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре килеп, саҡырылмаған ҡунаҡты тотҡан.

«Башинформ»ға идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлегә ул - отряд подразделениеһында. Әгәр йыландың хужаһы табылмаһа, уны ирекмәндәргә бирергә уйлайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-21/ufimtsy-vyzvali-spasateley-ispugavshis-greyuscheysya-na-bataree-v-pod-ezde-zmei-3576250

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: