Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
08:33 (UTC+5), 20 Декабря 2023

Радий Хәбиров Донбасс малайына Яңы йылға бүләк ебәрҙе

Фото: видеонан скриншот
Эдуард Ҡусҡарбәков

Донбастан Кирилл исемле малай яҡынлашып килгән Яңы йыл алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан бүләк алды. Республика етәксеһе уға уҡыу кәрәк-яраҡтары тултырылған һәм Башҡортостан символикаһы төшөрөлгән уҡыусы сумкаһын ебәргән. Посылканы республика Башлығының Рәсәйҙең милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе, Салауат Юлаев исемендәге батальондар төҙөү тәҡдимен индергән Артур Йомағужин тапшырҙы.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улының сәғәт бүләк иткәнен хәтерләйһеңме? Ҡәҙерләп һаҡлайһыңмы уны? Бына ул һиңә мәктәп кәрәк-яраҡтарын тапшырырға ҡушты, яҡшы уҡы, уҡытыусыларыңды һәм ата-әсәйеңде тыңла», - тине Артур Йомағужин уға.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл ноябрҙә махсус хәрби операция зонаһындағы республика яугирҙәренең хәлен белешергә барҙы. Республика етәксеһе «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәрҙең көнкүреше менән танышты. Ә Кирилл исемле малайға Башҡортостан Башлығының исемле сәғәтен бүләк итте.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-12-20/glava-bashkirii-radiy-habirov-otpravil-malchiku-iz-donbassa-novogodniy-podarok-3575106

видеонан скриншотвидеонан скриншот
Фото: видеонан скриншот
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика