Башҡортостан Башлығы бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен бүләкләү тантанаһынан башланы.
- Яңы йыл алдынан уҙып барған йылға йомғаҡ яһайбыҙ. Беҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы барыһы алдында бүләкләү йолаһы бар, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров юғары һөнәри оҫталығы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы баш табибының хирургия ярҙамы буйынса урынбаҫары Антон Сафоновты республиканың маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Хирург үҙенсәлекле операциялар эшләй. Быйыл ул республиканың иң яҡшы онкологы исеменә лайыҡ булды һәм абруйлы «Алтын скальпель» премияһын алды.