Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:23 (UTC+5), 18 Декабря 2023

Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Азат Бадранов өсөнсө тапҡыр атай булған

Фото: Ильяс Батыргәрәевтың ТГ-каналы
Ләйсән Закирова

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов өсөнсө тапҡыр атай булған. Уның ҡыҙы тыуған. Әйткәндәй, махсус хәрби операция зонаһында Азат Шамил улының позывнойы – «13». Тап 13 декабрҙә уның балаһы донъяға килгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан Азат Бадранов ҡыҙы менән ҡатынын бала табыу йортонан үҙе ҡаршы алған. Блогер Ильяс Батыргәрәев үҙенең телеграм-каналында ошо ҡыуаныслы ваҡиға тураһында хәбәр иткән фотоһүрәттәр менән бүлешкән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың беренсе вице-премьеры уҙған йылдың ноябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Тәүге ярты йылда ул Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон составында хеҙмәт итһә, хәҙер иһә 3-сө армия корпусының сәйәси бүлек офицеры, шулай уҡ республика хәрбиҙәренә ярҙам күрһәтеү  эшен башҡара. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн 1-се һанлы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-18/pervyy-vitse-premier-bashkirii-azat-badranov-v-tretiy-raz-stal-ottsom-3570703

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика