Яңы йыл алдынан Өфөлә һәр ваҡыттағыса ылыҫлы ағастар менән сауҙа итеү ойошторола. Бөгөндән баш ҡалала шыршы баҙарҙары эшләй. Һатыу өсөн халыҡ күп йөрөгән урындар һайланған, тип хәбәр иттеләр мэриянан.
Урман ҡупшыҡайын ҙур сауҙа предприятиелары эргәһендә, ауыл хужалығы һәм фермер йәрминкәләрендә лә һатып алырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта шыршы һатыу өсөн 17 урын билдәләнгән. Ҡаланың шыршы баҙарҙары адрестары менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.