Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2023, 14:53

Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығы 74 йәш кимәлендә көтөлә

трансляциянан скриншот
Фото: трансляциянан скриншот

2023 йылда Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығы 74 йәш кимәлендә көтөлә, тип хәбәр итте Рәсәй президенты Владимир Путин.

Дәүләт башлығы «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһында хәбәр итеүенсә, илдә уртаса ғүмер оҙонлоғоноң йылдам үҫеше күҙәтелә. Әйтәйек, әгәр 2021 йылда ул 70 йәштән күберәк булһа, былтыр — 72,73 йәш, 2023 йылда — 74 йәш.

«Ошондай мөһим социаль күрһәткестә дәүләттең иҡтисад өлкәһендә лә, социаль сәйәсәт өлкәһендә лә көс һалыуы асыҡ сағыла», — тип белдерҙе Владимир Путин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-14/v-2023-godu-srednyaya-prodolzhitelnost-zhizni-v-rossii-ozhidaetsya-na-urovne-74-let-3565717

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас