Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2023, 14:56

Бөрйән районында туристар өсөн тюбинг трассаһы эшләй

Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө

Бөрйән районы тәбиғәтенең хозурлығы үҙенсәлекле тарихи һәм боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары менән дан тота. Шуға күрә туризм әлеге биләмәне үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора.

Урындағы эшҡыуар Элина Кинйәбаева был өлкәлә 2021 йылдан уңышлы эшләп килә. Бөрйән районының бизнес-шерифы Илфат Ғәлин социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөндә ханымдың эш тәжрибәһе һәм дәүләт ярҙамы алыуы тураһында яҙған.

Элина Кинйәбаева ярҙам һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса документтар тапшырып, үҙ эшен асыу өсөн субсидия алған. Ул ер участкаһын рәсмиләштереп, Ағиҙел буйында туристик база төҙөй башлаған. 2022 йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Кинйәбаева туристик базаны киңәйтеү, төҙөкләндереү проекты менән таныштырған. Муниципалитет уның идеяһын хуплаған, эшҡыуарға туристар йорто, глэмпинг төҙөү өсөн материалдар һатып алыуға субсидия бирелгән.

Әлеге ваҡытта Элина Кинйәбаева йылға буйлап кәмә-катамарандарҙа ағып төшөү эшен ойоштороу менән шөғөлләнә. Туристарға ҡунаҡхана йорто, глэмпинг һәм ял итеү өсөн бөтә уңайлы шарттар тәҡдим ителә. Ҡышҡыһын бында даими рәүештә тюбинг трассаһы эшләй. Шулай уҡ мунса һәм чан бар.

Элина Кинйәбаева кеүек ҡыҙыҡлы проекттарын ғәмәлгә ашырырға теләгән һәр кемде Бөрйән районы хакимиәтенең «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә саҡыралар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-01/v-burzyanskom-rayone-bashkirii-dlya-turistov-oborudovali-tyubingovuyu-trassu-3547637

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас