Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 00:13

Радий Хәбиров Өфө хосписында урындар етмәү мәсьәләһенең нисек хәл ителәсәген әйтте

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Өфө хосписы асылды һәм бик юғары баһа алды. Әммә унда мохтаждарҙың барыһына ла урындар етмәй. Республикала тағы ла ошондай объект булырмы-юҡмы - тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығына ошондай һорау бирҙеләр.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, хоспис бюджеттан тыш аҡсаға, Башнефть һәм Башҡорстан сода компанияһы булышлығында төҙөлгән.

- Беҙ уны, әлбиттә, киң итеп төҙөнөк, әммә койка фонды бәләкәй (өлкәндәргә 40, ә балаларға 20 урын). Ә ихтыяж ҙур - тиҫтәләрсә мең кеше, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Койка фондын арттырырбыҙ тип уйлайым. Икенсеһе, әйтеп үткәнемсә, балалар үҙәге ниндәйҙер функциялар башҡарасаҡ, унда паллиатив ярҙам түгел.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-29/radiy-habirov-poyasnil-kak-reshat-vopros-s-nehvatkoy-mest-v-ufimskom-hospise-3544917

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас