Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2023, 00:20

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә хәрби хәбәрселәрҙең статусын билдәләргә ҡушты

Махсус хәрби операция зонаһында эшләгән Башҡортостан журналистары страховкаланмаған. Улар үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, әммә страховка компаниялары уларҙы страховкалауҙан баш тарта. Был проблема хаҡында Башҡортоста башлығы Радий Хәбировҡа «тура бәйләнеш» тә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Азат Саҙрыев хәбәр итте.

— Йыш ҡына беҙ алғы һыҙыҡҡа яҡын урында эшләйбеҙ. Дошмандан бер нисә километр, ә ҡайһы берҙә йөҙ метр алыҫлыҡта эшләп, алдынғы позицияларға сығабыҙ, — тине Азат Садрыев.

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәте аппаратына хәрби хәбәрсе статусын билдәләргә ҡушты.

«Журналистарҙы страховкалау мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Улар күп түгел, ун кеше», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-29/radiy-habirov-poruchil-pravitelstvu-bashkirii-opredelit-status-voenkorov-3545023

Читайте нас