

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар арта бара. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы тәүлектә 208 кешелә вирус раҫланған. Ә кисә 200 сирле теркәлгәйне.
Әлеге ваҡытта 218 пациент стационарҙа дауалана (шул иҫәптән 109-ы - 60 йәште уҙған). Ә 2486 сирле өй шарттарында дауалана (шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 1039 кеше). Шулай итеп, Башҡортостанда 2704 кеше коронавмрус менән ауырый.
Уҙған тәүлектә вирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән, 10 кеше һауығып сыҡҡан.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.