«Тура бәйләнеш»тә Радий Хәбировҡа Салауат Юлаев һәйкәлен ремонтлау буйынса һорау бирелде. Республика башлығы социаль селтәрҙә таралған «шау-шыу аҫтында һәйкәлде алып ташлайҙар» кеүек имеш-мимештәргә ҡарата фекерен белдерҙе.
— Беренсенән, һәйкәл 50 йылдан ашыу тора һәм ул реконструкцияға мохтаж, — тине Радий Хәбиров. — Быларҙың барыһын да эксперттар һөйләй һәм визуаль күрергә мөмкин. Быны ҡабул итергә һәм мәғәнәһеҙ бәхәсләшеүҙе туҡтатырға кәрәк. Юғиһә, фажиғә буласаҡ, көслө елдәр булып тора. Икенсенән, республикала мин уны реконструкциялауҙы теләгән һуңғы кеше. Миңә бөтә гонаһтарҙы, хаталарҙы һәм кисерештәрҙе үҙ өҫтөмә алырға тура киләсәк.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, һәйкәлде реконструкциялау юбилей сараларынан һуң башланасаҡ. Эш шунда, әле тикшереү, экспертиза процедуралары бара һәм 2024 йылдың икенсе яртыһына ремонт башларға мөмкинлек биргән бөтә документтар әҙер буласаҡ.
— Был арзан булмаясаҡ — 300 миллион һум хаҡында һөйләйбеҙ, — тип билдәләне республика Башлығы. — Һәйкәлде, һис шикһеҙ, һүтергә, ҡырҡырға тура киләсәк. Бөтә һәйкәлдәр кеүек өлөшләп килтерелә һәм һуңынан иретеп йәбештерелә. Ул алып кителәсәк һәм реконструкция цехтарҙың береһендә үткәреләсәк.
Радий Хәбиров һәйкәлде урынында реконструкциялау мөмкинлеген әкиәт тип атаны. Был рәүешле 40 тонна ауырлыҡтағы һәйкәлде сифатлы итеп реконструкциялау мөмкин түгел, тип билдәләне республика башлығы.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-29/glava-bashkirii-raskryl-podrobnosti-rekonstruktsii-pamyatnika-salavatu-yulaevu-3544752