

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Руслан Хафизов ВСУ-ның разведка дронын күреп ҡалып, юҡ иткән, тип һөйләнеләр «Геройҙар дәүере» проектында.
«Башҡорт батальоны»ның социаль селтәрендә баҫылған видеороликтан билдәле булыуынса, Зорин исемендәге танк батальоны механик-водителенең аныҡ эш итеүе ҡаршы яҡҡа мөһим разведка мәғлүмәттәренә эйә булырға мөмкинлек бирмәгән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» агентлығы республиканың берләшкән полкының үҙенсәлектәре тураһында хәбәр иткәйне.