10:57 (UTC+5), 21 Ноябрь 2023

Башҡортостан Палестинанан 250-гә яҡын ҡасаҡты ҡабул итергә әҙерләнә

Фото: Валерий Шахов
Вероника Никитина

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Палестинаны ташлап китергә мәжбүр булған граждандар өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункттарын ойошторорға ҡушты. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков илебеҙҙә Палестина ҡасаҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта Палестинанан 250-гә яҡын ҡасаҡты Башҡортостанға ебәреү мөмкинлеге ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта төбәктең ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү тәжрибәһе иҫәпкә алынды.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров Башҡортостандың дин әһелдәренең һәм халыҡтың Палестинаның тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында башланғысын хупланы. Һүҙ дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ебәреү хаҡында бара. Кәрәк-яраҡтарҙы йыйыу «Башсельхозтехника» предприятиеһығы республика логистика үҙәгендә ойошторолдо.

«Башҡортостан һәр ваҡыт яфа сигеүселәргә һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа. Йылдар буйына Донбасс халҡына ярҙам иттек, Сүриәгә гуманитар ылау оҙаттыҡ, ҡотҡарыусыларыбыҙ Төркиәлә ер тетрәүҙән күреүселәрҙе емереклектәр аҫтынан сығарҙы, республикабыҙ табиптары ковид осоронда Ҡырғыҙстанда һәм Абхазияла сирлеләрҙе дауаланы. Әлбиттә, бөгөн беҙ Палестинала йәшәгән тыныс халыҡтың яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ. Башҡортостанда күптәр беҙгә «Уларға нисек ярҙам итергә мөмкин?» тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Беҙ уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-21/bashkiriya-gotovitsya-prinyat-do-250-palestinskih-bezhentsev-3530533

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика