
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың Палестинаның тыныс халҡына гуманитар ярҙам ебәрергә йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.
«Башҡортостан һәр ваҡыт яфа сигеүселәргә һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа. Йылдар буйына Донбасс халҡына ярҙам иттек, Сүриәгә гуманитар ылау оҙаттыҡ, ҡотҡарыусыларыбыҙ Төркиәлә ер тетрәүҙән күреүселәрҙе емереклектәр аҫтынан сығарҙы, республикабыҙ табиптары ковид осоронда Ҡырғыҙстанда һәм Абхазияла сирлеләрҙе дауаланы. Әлбиттә, бөгөн беҙ Палестинала йәшәгән тыныс халыҡтың яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ. Башҡортостанда күптәр беҙгә «Уларға нисек ярҙам итергә мөмкин?» тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул Айнур хәҙрәт Бирғәлин менән Газаға гуманитар йөк (дарыуҙар, кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек) оҙатыу тураһында һөйләшеүҙәрен хәбәр итте һәм республика халҡын ошо изге эшкә ҡушылырға саҡырҙы.
«Республика халҡына, мосолмандарға һәм ғүмерҙәренә хәүеф янаған балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡарттарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер булғандарҙың һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәм. Кәрәк-яраҡтарҙы бер майҙансыҡта – барыһына ла билдәле «Башсельхозтехника» логистика үҙәгендә йыйырға тигән тәҡдим индерәм», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.