15:15 (UTC+5), 13 Ноября 2023

«Намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел!» - Башҡортостан Башлығы журналистар өсөн яңы премия хаҡында һөйләне

Фото: Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Башлығы республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

— Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар был премияла үҙҙәре үҙ урынын табыр тип уйлайым. Унда эҙләргә кәрәкмәй — өс һүҙ: «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ». Унда намыҫһыҙҙар һәм алдаҡсылар булырға тейеш түгел! — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Бөтәһе 20 премия, һәр береһе 300 мең һумлыҡ.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, документҡа ярашлы, конкурс нигеҙендәге премияға киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәғлүмәт материалдарының штаттағы һәм штаттан тыш авторҙары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм ижади хеҙмәткәрҙәр дәғүә итергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-13/negodyaev-i-lzhetsov-byt-ne-dolzhno-glava-bashkirii-vyskazalsya-o-novoy-zhurnalistskoy-premii-3518051

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика