

Бөйөк Устюгтағы Ҡыш бабайҙың почта йәшнигенә балаларҙан һәм өлкәндәрҙән 234 меңгә яҡын хат килгән, шуларҙың 2024-е – сит илдәрҙән, 231 772 -һе – Рәсәйҙән, тип хәбәр иттеләр яңы йыл тылсымсыһы резиденцияһында. Быйыл Бөйөк Британиянан, Ирландиянан, Черногориянан хаттар бар.
Хаттарҙа иң йыш теләнгән теләк – тыныс күк йөҙө. Үҙенсәлеклеләренә килгәндә иһә, суперкөслө булыу, хыялдарҙы бойомға ашырыу өсөн эшләпә, ике метрлыҡ киндер һәм башҡалар.
Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары әйтеүенсә, Яңы йылға күберәк заманса гаджет, йомшаҡ уйынсыҡ, лего, роботтар кеүек бүләктәр һорайҙар. Өлкәндәр фатир, машина, үҙенең мөхәббәтен осратыу тураһында хыяллана.
Ҡыш бабайға бүләккә мамыҡтан, тубырсыҡтарҙан, ҡатырғанан һәм пластиктан төрлө әйберҙәр эшләп ебәрәләр, шулай уҡ фетрҙан конверттар тегеп, уларҙы төҫлө мәрйендәр менән биҙәйҙәр.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.