Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
05:20 (UTC+5), 03 Ноябрь 2023

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Фото: Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйсән Закирова

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ул 1942 йылда һауа-десант ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алынған. 200 тапҡырҙан ашыу парашют менән һикергән. Бөтә һуғышты үткән, Киев йүнәлешендәге 3-сө Украина фронты составында разведчик булған. Киев, Днепрҙағы ҡаты алыштарҙа, Австрияны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан.  1947 йылға тиклем - Вена ҡалаһы коменданты. Демобилизациянан һуң Өфөгә килеп төпләнгән. Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 йыл күҙәтеү органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, өсөнсө дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Йөҙйәшәрҙе баш ҡала советы рәйесе Марат Васимов, депутат Ирек Кандаров, Калинин районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Миронов, юбилярҙың туғандары һәм яҡындары тәбрикләне, тип хәбәр итте район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-02/v-ufe-100-letniy-yubiley-otmetil-veteran-velikoy-otechestvennoy-voyny-nikolay-vasiliev-3503861

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика