Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2023, 11:29

Республикала «Урал батыр» эпосы геройҙары менән комикстар сыҡты

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы геройҙары менән комикстар сыҡты. Тиҙҙән китапты магазиндан һатып алырға мөмкин. Был хаҡта социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Урал батыр – супергерой! Эпосыбыҙ буйынса балалар комикстарын «Медвед» комикс-студияһынан Айҙар Сәйғәфәров һәм Таңсулпан Бураҡаева ижад иткән. 

Комикстарҙы балаларға күрһәткәндәр, уларға бик оҡшаған. Ике аҙнанан китап магазиндарға һатыуға сыға.

Мин гел әйтә килдем, мәҙәниәтте, традицияларҙы, телде көсләп өйрәтеп булмай, тип. Яңы идеялар, ижади ҡараш – балаларға һәм үҫмерҙәргә оҡшарҙай, ҡыҙыҡһыныу уятырҙай нәмәләр кәрәк. Был йәһәттән комикстар – шәп проект, ул күптәрҙе «Урал батыр» эпосының үҙен уҡып сығырға илһамландырыр тип ышанам.

Әлбиттә, беҙ мәҙәниәтте, телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проект авторҙарына ярҙам күрһәтеүҙе, шул иҫәптән гранттар бүлеүҙе дауам итербеҙ», - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-28/v-bashkirii-sozdali-komiks-s-geroyami-eposa-ural-batyr-3497048

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас