Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Болотло
Йәмғиәт
20 Октябрь 2023, 08:31

Көйөргәҙе районынан лаборант үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды

Юлай Ильясов/vk.comЮлай Ильясов/vk.com
Фото:Юлай Ильясов/vk.com

Көйөргәҙе районының Ермолаевка поликлиникаһы лаборанты, Шабағыш ауыл советы депутаты үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте, ул медицина ротаһына шәфҡәт туташы булып яҙылды, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. Алғы һыҙыҡта уның позывнойы - «Гюрза». Өйҙә ҡатынды өс балаһы көтә. Яңыраҡ бер улы армиянан ҡайтҡан. Төпсөк ҡыҙы юғары кластарҙа уҡый.

«Махсус хәрби операция баштан уҡ уға тынғы бирмәй. Шуны яҡшы белә: махсус хәрби операция зонаһында уның ярҙамына мохтаждар күп, шуға күрә контракт төҙөп, яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарырға юлланды. Балалары әсәйҙәренең ҡыйыу ҡарарын хуплай. Көс һәм сабырлыҡ һеҙгә, хөрмәтле «Гюрза»! Батырлығығыҙ өсөн рәхмәт! Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!» - тип яҙҙы Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы социаль селтәрҙә.

«Башинформ» шулай уҡ Стәрлетамаҡтан өс ҡатын-ҡыҙҙың контрактҡа ҡул ҡуйып, медрота составында махсус хәрби операцияға юлланыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-10-20/laborantka-iz-bashkirii-ushla-dobrovoltsem-na-svo-3486483

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас