Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко сираттағы тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ул коллегалары менән яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып китте. Был хаҡта «Башинформ»ға муниципалитет етәксеһенең телеграм-каналынан билдәле булды.
«Автомобилдәр, одеялдар, йөн ойоҡбаш, йылы аяҡ кейемдәре, тушенка, консерва, маскировка селтәрҙәре, шәхси гигиена әйберҙәре тейәгәнбеҙ», — тип яҙҙы Зөһрә Гордиенко.
Ул яҡташтарына хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр йыйырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Дүртенсе тапҡыр китеп барам, ҡурҡыу тойғоһо юҡ, ярҙам күрһәтеү, һәр яугирҙе туғандары исеменән ҡосаҡлау теләге ҙур», — тип өҫтәне Зөһрә Гордиенко.