Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2023, 17:55

Башҡортостанда ғаилә тормош ҡороуҙарына 60 йыл тулыуҙы билдәләне

Дамир Мостафин/vk.com
Фото: Дамир Мостафин/vk.com

Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылынан Мәрйәм һәм Ғәлимулла Зәйҙуллиндар бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллығын билдәләне. Был хаҡта район башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙә хәбәр иткән.

«85 йәшлек Мәрйәм Ғайсим ҡыҙы - көслө холоҡло ҡатын-ҡыҙ. Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләне. Һыйыр һауыу аппараты булмаған саҡта бөтә эште ҡул менән башҡарырға тура килә ине. Ул барыһына ла өлгөрә: фермала ла эшләп ҡайта, өйөн дә бөхтә тота. Ә Ғәлимулла Сәйфулла улы хаҡлы ялға сыҡҡансы малсы булды. Эшһөйәрлек, эшкә намыҫлы һәм яуаплы ҡарашы өсөн хөрмәт иттеләр», - тип яҙған Әлшәй районы етәксеһе.

Зәйҙуллиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уларҙың һигеҙ ейәне, биш бүләһе бар. Оло йәштә булһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Мәрйәм Ғайсим ҡыҙы бешеренергә, икмәк, бәлеш һалырға ярата. Ә Ғәлимулла Сәйфулла улы мал ҡарау менән мәшғүл.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-18/supruzheskaya-para-iz-bashkirii-otmetila-60-letie-sovmestnoy-zhizni-3483455

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас