Өфөлә Парламент аллеяһы барлыҡҡа килде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 төпкә яҡын ағас ултыртты, тип хәбәр итә республика власть органының матбуғат хеҙмәте. Яңы «йәшел» объект баш ҡаланың 88-се мәктәбе эргәһендә урынлашҡан.
«Сараға сәйәси төҫ бирелмәй, депутаттарҙың ҡалабыҙҙы тағы ла күркәмерәк, уңайлыраҡ итеү теләге генә. Ағас үҫентеләре шәхси аҡсаға һатып алынған, был 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнгән баш ҡалабыҙҙы матурлауға өлөш индерер тип уйлайбыҙ», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Парламент аллеяһы — 2023 йылда Өфө биләмәһендә ултыртылған аллеяларҙың ун һигеҙенсеһе.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-13/v-ufe-vysadili-parlamentskuyu-alleyu-3477692