Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 11:34

Баш ҡалала йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөлә йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле булды. 9 октябрҙән ҡала фатирҙарына йылы бирелә. Бөгөн Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Кожевников тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 октябрҙән баш ҡалала социаль учреждениелар: мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм дауаханалар йылытыла башланы.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер муниципалитеттарҙа халыҡ сентябрҙә үк, йылытыу миҙгеле башланғансы түләү ҡағыҙҙары алған. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләүҙәренсә, йортта иҫәп приборы булмағанда, нормативҡа ярашлы түләргә тура килә. Бындай күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр май айында йылылыҡ өсөн түләмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-06/stala-izvestna-data-nachala-otopitelnogo-sezona-v-ufe-3468477

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас