Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
8+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2023, 14:40

Башҡортостанда 42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй

5 октябрҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Башстаттың 2022-2023 уҡыу йылы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә 115 мең хеҙмәткәр эшләй (республика предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүселәрҙең дөйөм һанынан 12%). Уларҙың 32,6 меңе — мәктәп, 4,4 меңе — урта махсус уҡыу йорттары, 4,6 меңе — юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары. Педагогтарҙың 91% юғары белемгә эйә.

Мәктәп уҡытыусыларының күпселек өлөшөн (89%) ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында ҡатын-ҡыҙҙар — 79%, юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылары араһында иһә 60%.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында кадрҙар даимилығы күҙәтелә: һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙҙа уҡытыусылар өсөн ҡаралған льготалар һәм түләүҙәр хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-03/v-bashkirii-den-uchitelya-otmetyat-okolo-42-tysyach-prepodavateley-3462900

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: