1 октябрҙән Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында хәрби хеҙмәткә саҡырылыш башлана (Алыҫ Төньяҡта ғына климатҡа бәйле 1 ноябрҙән). Был турала Оборона министрлығы вәкилдәре Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Цимлянскийҙың брифингында белдерҙе, тип хәбәр итә «Башинформ».
«Егеттәрҙең барыһы ла Рәсәй биләмәһенә хеҙмәт итергә ебәрелә. Улар махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнашмай», - тип билдәләнеләр Оборона министрлығында.
Хәрби хеҙмәтен тултырған егеттәр өйҙәренә ҡайтарыла.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабында өҫтәмә мобилизация сараларын уҙғарыу планы юҡ.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.