Өфө хакимиәтендә Республика көнөн билдәләүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте.
Байрам саралары 11 октябрҙә ойошторола. Мөһим ваҡиғаға ҡала хеҙмәттәре лә ныҡлы әҙерләнә. Урамдар, юлдар таҙартыла, үләндәр сабыла, сүп-сар сығарыла. Төҙөкләндереү эштәре буйынса өҫтәмә саралар алып барыла. Ҡала урамдарын тәртипкә килтереүгә йәмғеһе 2100-ҙән ашыу эшсе, 300 берәмек коммуналь техника йәлеп ителә.
Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Өфө буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге хеҙмәткәрҙәренең, янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең һәм ҡотҡарыусыларҙың дежурлығы ойошторола.
Республика көнөнә арналған сараларҙың анонсы менән һуңғараҡ таныштырырбыҙ.