Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 11:13

Өфөлә махсус хәрби операция геройы Максим Страупеға мемориаль таҡтаташ асылды

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың баш ҡалаһында, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы янында, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Максим Страупеға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Яугир ошо уҡыу йортонда белем алған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Максим һәр саҡ үҙенең яҡындарына һәм дуҫтарына ыңғай ҡарашлы, иғтибарлы булыуы менән айырылып торҙо. Ул бик изге күңелле, ҡыйыу ине. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнде, әүҙем йәшәү рәүеше алып барҙы. Бөгөнгө сараға килгән һәр кемгә рәхмәтлемен. Иҫтәлекле таҡтаташ асыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәм. Максим һәр ваҡыт батыр яугир һәм хәстәрлекле ул булып хәтеребеҙҙә ҡалыр», — тине Максимдың әсәһе Наталья Страупе.

Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул лайыҡлы, көслө ихтыярлы, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер кеше, грамоталы белгес булған. Бер нисә тапҡыр яралыларҙы дошман уты аҫтынан сығарған.

Максим Страупе 1997 йылдың 19 мартында Өфөлә тыуған. А.П. Гайдар исемендәге 47-се гимназияның 9 класын тамамлаған. 2015-2016 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәренәдә хеҙмәт иткән. Һуңғынан контракт буйынса махсус тәғәйенләнештәге төркөм бүлексәһе командиры булған, Сүриәлә хәрби бурыстарын үтәгән. Юғары күрһәткестәре өсөн «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн», «Уҡыу-күнекмәләрҙә айырылып торғаны өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән. 2022 йылдың 10 сентябрендә махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә һәләк булған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-09-12/v-ufe-otkryli-memorialnuyu-dosku-geroyu-svo-maksimu-straupe-3431260

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас