Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2023, 13:32

Башҡортостанда «Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре милли кейемдә эшкә сыҡты

«Башавтотранс» предприятиеһының матбуғат хеҙмәте
Фото: «Башавтотранс» предприятиеһының матбуғат хеҙмәте

«Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре Милли кейем көнөнә арналған акцияла ҡатнаша. Предприятие филиалдары милли кейемдәрҙә дефиле үткәрә, фотолар һәм видеосюжеттар интернет-эстафетында ҡатнаша, шулай уҡ улар республика халыҡтарының милли кейемендә эшкә сыҡты, тип белдерҙеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бына өс йыл инде байрам республикала ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Төп идея - республика халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү. Милли байрам йәнә төбәк халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-08/sotrudniki-bashavtotransa-v-bashkirii-vyshli-na-liniyu-v-natsionalnyh-kostyumah-3425171

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас