
Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында республикабыҙҙа был байрамдың ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелеүен иҫкә төшөрҙө. Башҡортостанда ошо күркәм сара өс йыл элек ойошторола башланы.
«Милли кейем – халыҡтың визит карточкаһы, унда уның тарихы, үҙенсәлеге, күңеле сағыла. Бөгөн уға ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы өсөн шатмын. Республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре күп быуаттар дауамында тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Беҙҙең дуҫлыҡ, мәҙәниәттең төрлөлөгө, бер-береңде ихтирам итеү һәм ҡыҙыҡһыныу – бөгөн яуызлыҡҡа ҡаршы торорға ярҙам иткән төп байлыҡ һәм ҡеүәтле көс. Беҙ төрлө булһаҡ та, берҙәмбеҙ – һәр ваҡыт шулай булыр», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.