Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Троекуров зыяратында билдәле йырсы һәм «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Был хаҡта «Коммерсантъ» гәзитенең телеграм-каналында хәбәр ителә.
Бөгөн, 6 сентябрҙә, Шатуновҡа 50 йәш тулыр ине.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 6 сентябрҙә, ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән «Ласковый май» төркөмөнөң легендар солисы Юрий Шатуновтың тыуыуына 50 йыл тулған көндә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыла. Күмертауҙа, артист уҡыған мәктәп-интернатта, мемориаль таҡтаташ асыла.
Бер йыл элек «Башинформ» Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында музыка кабинетына Юрий Шатуновтың исемен биреүҙәре тураһында яҙғайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Шатунов былтыр 23 июнгә ҡарай төндә киң инфаркттан вафат булды. Уға 48 йәш ине.