

Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының өҫтәмә сентябрь осоро башланды. Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 сентябрҙә – рус теленән төп дәүләт имтиханы, 11 сентябрҙә – туған телдәр, 12 сентябрҙә – тарих, биология, физика һәм география, 15 сентябрҙә – йәмғиәтте өйрәнеү, химия, информатика һәм ИКТ, әҙәбиәт һәм сит телдәр буйынса имтихандар була.
19-23 сентябрҙә лә өҫтәмә осорҙа төп дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн резерв көндәр ҡаралған.
Өҫтәмә осор туғыҙынсы кластарға үҙ һөҙөмтәләрен төҙәтергә һәм төп дөйөм белем тураһында аттестат алырға мөмкинлек бирә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.