Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2023, 13:02

Радий Хәбиров Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты етәксеһен «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Азат Йыһаншинды «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне. 3 сентябрҙә уға 50 йәш тулды.

«Һеҙ ҡатмарлы эш башҡараһығыҙ, шуның өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Беҙҙең хеҙмәттең ныҡ булыуы менән ғорурланам, һеҙ ысын мәғәнәһендә республикабыҙҙың санитар, сик буйы контроле. Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә 500 ветеринар ҡатнашты», - тине Радий Хәбиров.

Яуап һүҙендә Азат Йыһаншин республика етәкселегенә ветеринария хеҙмәтенә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Ярҙам һөҙөмтәһендә беҙҙең хеҙмәт ҙур һәм һөҙөмтәлеләрҙең береһе булып тора. Унда 2224 кеше эшләй, эш хаҡы йыл да арта, матди-техник база яҡшыра. Һуңғы биш йылда ул 60 процентҡа яңыртылды. Ғөмүмән, эпизоотик хәл бик көсөргәнешле. Августа беҙҙең ветеринарҙар 10 көнгә яҡын Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында сирле ҡош-ҡортто яндырыу менән шөғөлләнде. Улар тулыһынса юҡ ителде, әле дезинфекция эштәре бара. Иң мөһиме, бындай сығанаҡтарға юл ҡуймау. Беҙ артабан да һаҡта торасаҡбыҙ. Беҙгә йәштәрҙең эшкә килеүе ҡыуандыра, хеҙмәтебеҙҙең эшен артабан да яҡшыртыбыҙ», - тине Азат Йыһаншин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-04/radiy-habirov-nagradil-medalyu-za-trudovuyu-doblest-rukovoditelya-goskomiteta-rb-po-veterinarii-3418209

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас