Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2023, 11:03

Башҡорт шағирәһе Гөлфиә Юнысова — Өфөнөң почетлы гражданы

Башҡорт шағирәһе Гөлфиә Иҙелбаева «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» тигән исем бирелде. Өфө ҡала Советы депутаттары 29-сы ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте.

Гөлфиә Иҙелбаева (әҙәби псевдонимы — Гөлфиә Юнысова) — башҡорт шағирәһе һәм тәржемәсе, драматург, журналист, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры.

Ул балалар өсөн яҙылған шиғырҙары һәм йырҙары менән билдәлелек яуланы. Фольклор образдарын файҙаланып, шағирә кескәйҙәрҙе хайуандар, тәбиғәт һәм кешелек донъяһы менән таныштыра. Студент йылдарында уҡ Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының «Миңә өс кенә» һәм «Зәңгәр тубым» тигән ике йыйынтығы донъя күрҙе.

Гөлфиә Юнысованың әҙәби мираҫында өлкәндәр өсөн дә шиғырҙар бар.

Ул шулай уҡ 20 теленә тәржемәләнгән 25 китап, 150-нән ашыу йыр авторы. Шиғырҙар шәлкеме Рәсәй һәм донъя халыҡтарының 25 теленә тәржемә ителгән.

Гөлфиә Иҙелбаева —  Башҡортостан тарихында бер нисә тапҡыр төрлө кимәлдәге депутат булып һайланған берҙән-бер журналист һәм яҙыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм эшмәкәре.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-30/v-ufe-poyavilsya-novyy-pochyotnyy-grazhdanin-3412709

 

Читайте нас: