Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2023, 10:39

Ҡариҙелдә Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында сик һаҡсыларына арналған иҫтәлекле стела асылды

Ҡариҙел районының Хәлил ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә ҡоро ер һәм диңгеҙ сиктәрен ҡыйыу яҡлаған сик һаҡсыларының ҡаһарманлығына бағышланған иҫтәлекле стела асылды. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.

Уны асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәм сик һаҡсыларының бөтә быуындарына стела булдырыу идеяһын тәҡдим иткән ветеран сик һаҡсыһы Рим Яҡупов сығыш яһаны. Хәлилдәр проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Шәйҙуллин Данилға, Яҡупов Фәнилгә, Шакиров Нәзифкә, Рамазанов Булатҡа рәхмәт белдерҙе.

​«Был һәйкәл Тыуған ил именлеге өсөн хеҙмәт иткәндәр алдында ғорурлыҡ символына әүерелер. Ул беҙҙе һаҡлаусыларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрөп торор», — тип билдәләне авторҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-28/v-bashkirii-v-god-poleznyh-del-otkrylas-pamyatnaya-stela-posvyaschennaya-pogranichnikam-3409933

Читайте нас